Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Май , 21:22

Сибайҙа йәшәүсе 74 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...

  

Сибайҙа йәшәүсе 74 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...
Сибайҙа йәшәүсе 74 йәшлек ирҙе эҙләйҙәр...

Сибайҙа йәшәгән 74 йәшлек Илһам Яратов хәбәрһеҙ юғалған, тип хәбәр итә «Лиза Алерт» эҙләү-ҡотҡарыу отряды. Оло йәштәге ирҙең ҡайҙа икәнлеге 29 майҙан бер ни ҙә билдәле түгел.

Ул ҡара шаҡмаҡлы күк күлдәк, һоро трико һәм ҡара сандалийҙар кейгән булған. Башҡа билдәләре - буйы 170 сантиметр, сал сәсле һәм ҡуңыр күҙле. Ирекмәндәр билдәләүенсә, Илһам Яратов хәтерен юғалтыуы ихтимал.

«29 майҙа көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 5-кә тиклем Сибайҙан Баймаҡҡа тиклем Хәсән ауылы тирәһендә, шоссела йөрөгән кешеләрҙе видеорегистраторҙарҙан яҙмалар һаҡланғанмы-юҡмы икәнлеген тикшереүҙәрен һәм мөмкин булғанса 8-800-700-54-52 номерына шылтыратып, уларҙы ентекләп өйрәнеү өсөн биреүҙәрен һорайбыҙ», - тип өҫтәне эҙәрмәндәр.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в