Башҡортостанда һыуҙа йәнә фажиғә теркәлгән.
Шәмбе, 27 майҙа кискеһен Благовещен районының Һынны ауылында йәшәүселәр быуанан 2016 йылғы баланың кәүҙәһен һыуҙан сығарған һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә тапшырған. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бала һыу ингәндә батып үлгән.
Шунда уҡ 2015 йылғы ҡыҙҙы ҡотҡарғандар. Билдәләнеүенсә, һыу инеү урыны йыһазландырылмаған.
«Хөрмәтле ата-әсәләр, сираттағы тапҡыр балаларҙың һыу инеүенә юл ҡуймаҫҡа саҡырабыҙ. Уларға һыу инеү хәүефе тураһында һөйләгеҙ», - тип мөрәжәғәт иттеләр Башҡортостанда йәшәүселәргә ашығыс хеҙмәттәрҙә.
фото:Башинформ