26 майҙа Өфөлә пассажир транспорты ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда бер бала зыян күргән.
«Башинформ»ға республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Беренсе май урамында ике пассажир автобусы бәрелешкән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында «ПАЗ»дан 9 йәшлек ҡыҙ йәрәхәтләнгән. Авария сәбәптәре асыҡлана.
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.