Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Май 2023, 22:38

Бөгөн Украина тарафынан һөжүм булды...

"Башҡорттар ни өсөн һуғыша?" тип һорағайнылар...    

Бөгөн Украина тарафынан һөжүм булды...
Бөгөн Украина тарафынан һөжүм булды...

Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы бара. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сығышын күрһәтеү барышында инвестиция һабантуйының рәсми сайтына украин хакерҙары һөжүм итте. Сайтта Украина армияһының IT-баннеры барлыҡҡа килде. DDоS техник хеҙмәттәре һөжүмде кире ҡаҡты, сайттың функцияһы тергеҙелде.

"Бөгөн беҙҙең Урал аръяғы форумына Украина яғынан хакер һөжүме яһалды. Моғайын, украиндарҙы ниндәй инвестициялар, ниндәй сит ил партнерҙары килеүе, ниндәй килешеүҙәргә ҡул ҡуйылыуы борсойҙор. Был беҙҙең сараның ни тиклем сифатлы, һөҙөмтәле икәнен күрһәтә", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Билдәле булыуынса, кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Украина оборона министрының "Башҡорттар ни өсөн һуғыша?" тигән һорауына яуап бирҙе. "Мин - Башҡортостан Башлығы, мин - башҡорт. Бурысым - республикабыҙҙы үҫтереү, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу, иҡтисади үҫеште тәьмин итеү. Һеҙҙең менән килешәм, Башҡортостан, ысынлап та, көслө төбәк. Ысын хужаларығыҙҙың санкцияларына ҡарамаҫтан, беҙ, бөтә ил кеүек үк, үҫешәбеҙ һәм алға барабыҙ. 21-се быуатта илемә, халҡыма, Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек үк, фашизмға ҡаршы көрәшергә тура килә. Төбәк Башлығы булараҡ, минең бурысым - башҡорт яугирҙәре үҙ бурысын һөҙөмтәле үтәһен һәм илебеҙ дошмандарын юҡ итһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләү", - тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

"Урал аръяғы-2023" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын Башҡортостан Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторҙо. Унда 1200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша, араларында дәүләт власть органдары, бизнес-берләшмә вәкилдәре, эксперттар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙар бар. "Урал аръяғы-2023" һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө темаға 20-нән ашыу сессия уҙғарылды. Профилле секциялар һәм пленар ултырышта ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге, инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлаша, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-мөхит булдырыу алымдарын тикшерә. Бөгөн инвестиция һабантуйы майҙансығында власть, ҙур бизнес, ашығыс медицина ярҙамы вәкилдәре араһында эшлекле партнерлыҡ тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: