Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
26 Май , 23:16

16 йәшлек үҫмер һәләк булған...

Дуҫтары балыҡсыларҙан ярҙам һораған, ләкин...

16 йәшлек үҫмер һәләк булған...
16 йәшлек үҫмер һәләк булған...

Башҡортостанда Өфөнән 16 йәшлек үҫмер батып үлгән, тип хәбәр иттеләр баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан.

Фажиғә бөгөн 3-сө Сипайлово карьеры биләмәһендә теркәлгән. Ҡотҡарыусылар мәғлүмәте буйынса, һәләк булған үҫмер дуҫтары менән бергә ял иткән. Уның һыу аҫтына бата башлауын күреп, балалар яҡында балыҡ тотҡан ирҙәрҙән ярҙам һораған, ләкин кире яуап алған.

«Водолаздар үҫмерҙең кәүҙәһен ярҙан 25 метр алыҫлыҡта өс метр тәрәнлектә тапҡандар», - тип билдәләнеләр Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығында.

 

фото:Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в