Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Май , 20:31

6 көнлөк сабый һыуға төшөп киткән...

Велосипедта үтеп барған ир ярҙамға ашыҡҡан...

6 көнлөк сабый һыуға төшөп киткән...
6 көнлөк сабый һыуға төшөп киткән...

Өфөлә Нижегородка биҫтәһендәге Оҙонкүлдә һыуға батып үлә яҙған ҡыҙыҡай үҙен яҡшы тоя. Ғәҙәттән тыш хәлдән һуң сабый 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһына оҙатылған, ә хәҙер дауахананан сығарылған. Был хаҡта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. «Сабый менән барыһы ла яҡшы! Ул инде өйҙә, ғаиләһе менән бергә», - тип яҙҙы ведомство башлығы.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, был хәл 17 майҙа булған. Өләсәһе яңы тыуған ейәнсәре менән Оҙонкүл тирәләй йөрөргә барған. Улар менән бергә ҡыҙыҡайҙың йәш ярымлыҡ ағаһы булған.  Ейәне ситкә йүгергәс, ҡатын уға иғтибарын йүнәлткән. Шул арала сабый ятҡан коляска һыуға тәгәрәп төшкән. Ханым уның артынан ташланған, ләкин ҡыҙыҡайҙы таба алмаған.

Ул ярҙамға саҡыра башлаған. Һөҙөмтәлә эргәһенән велосипедта үтеп барған Наил Яҡупов ҡотҡарған. Ир бер нисә тапҡыр һыуға һикергән һәм һуңынан ғына түңкәрелгән колясканы күреп ҡала, уның аҫтында төргәккә уралған яңы сабыйҙы табып һыуҙан сығара. Афарин, батыр ир-уҙаман!

 

фотолар:ИА «Башинформ».

 

6 көнлөк сабый һыуға төшөп киткән...
6 көнлөк сабый һыуға төшөп киткән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас в