Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Май 2023, 12:56

Ҡот осҡос авария...

Ике водитель ваҡиға урынында йән биргән...

Ҡот осҡос авария...
Ҡот осҡос авария...

Әлшәй районында автомобиль аварияһы ике ирҙең ғүмерен өҙгән. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. «ГАЗель» менән ҡаршыға килгән Derways  бәрелешкән. Бәрелешкәндән һуң фургон янып киткән.

Ике водитель дә ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. «ГАЗел»дән бер пассажир дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов юлланған.

 

Сығанаҡ:Башинформ.

Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ.
Ҡот осҡос авария...
Ҡот осҡос авария...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: