Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Май 2023, 22:38

Йәштәр фажиғәгә тарыған...

«Лада Веста» автомобиленең водителе ике йәйәүлене бәрҙергән һәм икенсе автомобилгә төкөгән. Ҡыҙғанысҡа күрә...

Йәштәр фажиғәгә тарыған...
Йәштәр фажиғәгә тарыған...

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18 майҙа төнгө сәғәт өс тирәһендә Стәрлетамаҡ - Стәрлебаш автомобиль юлының 21-се саҡрымында 59 йәшлек Фёдоровка районы кешеһе Фёдоровка ауылы яғына китеп барғанда юлдың уртаһында торған ике йәйәүлене бәрҙергән. Һуңынан «Лада» юлдағы «ВАЗ-2106» автомобиле менән төкөшкән.

Үкенескә күрә, фажиғәлә Стәрлетамаҡ районынан 20 йәшлек ир ваҡиға урынында һәләк булған, ә икенсе йәйәүле ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Йәштәрҙең юлда яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарһыҙ йөрөүҙәре билдәле.

Республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы ошо ваҡиға буйынса тикшереү башлаған. 

 

 

фото:ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: