Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Май 2023, 23:10

Вахтовик мөғжизә менән иҫән ҡалған

   

Вахтовик мөғжизә менән иҫән ҡалған
Вахтовик мөғжизә менән иҫән ҡалған

Өфөнән вахтовик Евгений Марченко Камчаткала эшләгәндә 35 мең вольтлыҡ токтан һуғылған. Иҫән ҡалһа ла, ул етди йәрәхәттәр алған. 

Фажиғәгә ир таяуҙарҙы буяғанда тарый. Бынан һуң 99% осраҡ иҫән ҡалмай, әммә Евгений мөғжизә менән иҫән ҡалған, әммә һаулыҡ өсөн эҙемтәләре бар. Тәненең аҫҡы өлөшөнә фалиж һуҡҡан, ток аяҡтары аша сыҡҡан, улар янған. Әммә ир тиҙ арала аяҡҡа баҫа алған. Ҡулы менән хәл бөтөнләй икенсе - табиптар насар һөҙөмтә тураһында әйткән, сөнки унда некроз башланған. Ир әйтеүенсә, Камчаткала белгестәр табылмағас, Өфөгә ҡайтырға хәл ителгән. Өфө табиптары ҡулын дауаларға тотонған һәм уны ҡотҡарған. Әле оҙайлы һәм ҡиммәтле реабилитация процесы бара. Операция ла, уны тергеҙеү ҙә Евгенийға яҡынса 400 мең һумға төшкән. Шул уҡ ваҡытта Һамар өлкәһенән ир эшләгән компания производствола имгәнеү өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған. Генераль директор 22 мең һум ғына күсергән һәм юғалған. Евгений үҙенең эш биреүсенән бындай хәлде көтмәгән. Ир ғәҙеллеккә ирешеү өсөн прокуратураға мөрәжәғәт итергә йыйына. Әммә уның өсөн иң мөһиме - тулыһынса аяҡҡа баҫып, эш табыу. Шулай уҡ уға тағы бер операция һәм ҡиммәтле реабилитация курсы кәрәк.  

Фото:стоп-кадр видео ГТРК «Башкортостан».
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: