Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 18 майҙа көндөҙ Илеш районының Ишҡар һәм Ҡыҙыл Байраҡ ауылдары араһындағы күпергә ҡондоҙҙарҙың ағасты ҡолатыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына ведомствоның оператив төркөмө юлланған.
«Был мәғлүмәт раҫланды. Муниципаль органдар менән үҙ-ара килешеп эш итеү ойошторолған. Ауған ағасты быстылар. Юл асылды», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте