Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Май 2023, 20:49

Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...

Көпә-көндөҙ Башҡортостанда 3 йортто һәм 10 ҡаралтыны ут ялмап алған...

Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...
Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...

Бөгөн көндөҙ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығына республиканың Учалы районы Ахун ауылындағы Пионер урамында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән.

Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, Мансур, Ахун ауыл советының ирекле янғын һүндереү командалары һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр ебәрелә.

—Көслө ел арҡаһында ут тиҙ таралған. Янғын һөҙөмтәһендә өс ағас йорт һәм 10 ҡаралты (ағас мунсалар, кәртә-ҡуралар, гараж, трактор) зыян күргән. Күмәк көс менән янғын һүндерелде. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ, — тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Янғын сәбәптәрен асыҡлау өсөн урынға Баш идаралыҡтың оператив төркөмө, янғын лабораторияһы эксперттары һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе ебәрелгән.

Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ, фажиғәле хәлдәр булмаһын ине. Был хаҡта һәр саҡ иҫкәртеп торабыҙ һәм һәр саҡ уяу булайыҡ!

фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...
Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...
Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...
Көслө ел арҡаһында янғын тиҙ генә таралған...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: