Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Май 2023, 16:06

Бәләкәй малайҙың өҫтөнә телевизор килеп төшкән: бала үлгән

-

Бәләкәй малайҙың өҫтөнә телевизор килеп төшкән: бала үлгән
Бәләкәй малайҙың өҫтөнә телевизор килеп төшкән: бала үлгән

Өфөнөң Октябрь проспектындағы 83/1-се йортта фажиғәле хәл булған. «Башинформ»дың үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, ике йәшлек малайҙың өҫтөнә телевизор килеп төшкән.

«Ата-әсә сабыйын бала ҡараусының өйөндә ҡалдырған булған. Туғанымы, әхирәтеме, әллә махсус ялланған хеҙмәткәрме — әлегә билдәһеҙ. Бала ҡайһылыр арала тумбочкалағы телевизорҙы тартып төшөргән — техника уның өҫтөнә ауған. Малай алған йәрәхәттәрҙән йән биргән», — тип хәбәр итте әңгәмәсе.

«Башинформ» Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының һәм Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәттәренә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт итте. Ведомстволарҙа ошо хәлгә аңлатма бирҙеләр.

 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-05-17/v-ufe-na-malenkogo-malchika-upal-televizor-rebenka-pogib-3261157

 

Фото:Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты.

Автор:
Читайте нас: