Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Май 2023, 08:18

Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән

Уларҙың ғүмерҙәре өсөн табиптар көрәшә

Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән
Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән

Сибайҙа табиптар янғында зыян күргән ике ҡатындың ғүмере өсөн көрәшә. Кисә кискеһен Парк урамындағы йортта янғын сыҡҡан. Ваҡиға урынына шунда уҡ Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм саралары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Килеп еткәс, ҙурлығы 7х15 метрлыҡ ике фатирлы йорт эсендә төтөн сығыуы һәм уны ут ялмап алыуы асыҡлана.

«Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе 1956 йылғы ҡатын өйҙән эвакуацияланған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 1953 йылғы икенсе ҡатынды ҡотҡарған. Ике зыян күреүсе лә аңын юғалтҡан килеш Сибай ҡала клиник дауаханаһының реанимация бүлегенә оҙатылған. Ут һүндерелгән. Янғын сәбәптәре асыҡлана. Фажиғәне тәфтишсе тикшерә», - тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

 

Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте

Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән
Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән
Сибайҙа янғында ике ҡатын зыян күргән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: