Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
10 Май 2023, 16:42

Күрше районда көтөүсе юғалған...

Ирҙе ҡотҡарыусылар, полиция, хакимиәт вәкилдәре һәм ауыл халҡы эҙләргә сыҡҡан

Күрше районда көтөүсе юғалған...
Күрше районда көтөүсе юғалған...

8 майҙа төндә Йылайыр районында көтөүсе юғалған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, ир Бәрҙәш ауылы янындағы урманда аҙашҡан. Ҡотҡарыусылар, полиция, хакимиәт вәкилдәре һәм ирекмәндәр менән бергә эҙләгәндәр.

Асыҡланыуынса, уның кеҫә телефоны бәйләнештә булған, ләкин ир ашығыс хеҙмәттәр белгестәренән тауыш һәм яҡтылыҡ сигналдарын күрмәгән һәм ишетмәгән. 9 майҙа иртәнсәк көтөүсе урмандан үҙаллы сыға алған, һуңынан өйөнә ҡайтып киткән. 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: