6 майҙа Ырымбурҙағы ҡала паркында карусель емерелгән. «Российская газета»ның телеграм-каналына ярашлы, ваҡиға һөҙөмтәһендә 20-гә яҡын кеше зыян күргән. Һәләк булыусылар юҡ. Зыян күреүселәрҙе ашығыс медицина ярҙамы машиналары алып киткән.