ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
7 Май 2023, 16:00

Иҫерек водитель арҡаһында...

Икенсе автомобилдәге ҡатын зыян күргән...

Иҫерек водитель арҡаһында...Иҫерек водитель арҡаһында...
Иҫерек водитель арҡаһында...

Иҫерек водитель Шишмә районында М5 «Урал» трассаһында аварияла ғәйепле. Республиканың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьяновтың телеграм-каналынан билдәле булыуынса, кисә иҫерек килеш «Toyota Corollа» автомобиленең руле артына ултырып, ҡаршыға килгән «Kia Rio» менән бәрелешкән.

Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә «Kia Rio» автомобиленең водителе 49 йәшлек ҡатын йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Медицина тикшереүе, «Toyota Corollа» автомобиленең водителе иҫерек булыуын күрһәткән. Ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Уҙған тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 51 иҫерек водитель тотҡан. Иҫерек килеш транспортҡа ҡабаттан идара иткән өсөн 6 кешегә ҡарата енәйәт эше асыла.

 

фото:Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы.

 

 

Иҫерек водитель арҡаһында...
Иҫерек водитель арҡаһында...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас