ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Мая 2023, 04:17

Күрше районда бесән өйөмө янып китеп...

   

Күрше районда бесән өйөмө янып китеп...Күрше районда бесән өйөмө янып китеп...
Күрше районда бесән өйөмө янып китеп...

Башҡортостанда урман һәм йорт ҡаралтылары эргәһендәге бесән өйөмө янып киткән. Был хәл кисә кис көнө Баймаҡ районының Күгиҙел ауылында теркәлгән.

Ваҡиға урынына Темәс ауылы янғын һүндереүселәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән.

«Бәхеткә күрә ҡорбандар юҡ», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

Ведомствола халыҡҡа бесән менән булышҡанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр.

Янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы, мал аҙығы эҫкерттәре электр тапшырыу линияларынан — 15 метр, юлдан — 20 метр һәм биналарҙан 50 метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш.

Йорттарҙың, гараждарҙың, ихата ҡаралтыларының, ихаталағы бесәндең янғын хәүефһеҙлеге өсөн уларҙың хужалары яуаплы.

 

Фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
сығанаҡ:"Башинформ"

 

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас