

Башҡортостандың тәбиғи хозурлыҡтары менән һоҡланырға Нижневартовскиҙан килгән турист Нуриман районының Павловка ауылындағы Ҡыҙыл ҡаянан ҡолап төшкән. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса республика дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Ваҡиға урынына килеп еткән ҡотҡарыусылар ирҙең 4 метрлыҡ бейеклектән ҡолап төшөүен асыҡлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре ирҙе эвакуациялап, уның туғандарына тапшырған.
фото:Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты