ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Апрель 2023, 14:35

Белгестәрҙең фаразы күптәрҙе хафаға һалды

Башҡортостанда май айы бик ҡоро килергә мөмкин.

Белгестәрҙең фаразы күптәрҙе хафаға һалдыБелгестәрҙең фаразы күптәрҙе хафаға һалды
Белгестәрҙең фаразы күптәрҙе хафаға һалды

Башҡортостанда май айы бик ҡоро килергә мөмкин. Быйыл яҙғы ташҡын кимәле күҙәтеү алып бара башланғандан иң түбән булыуы теркәлгән. Өфөлә Ағиҙел йылғаһы 302 сантиметрға күтәрелгән. Былтыр иһә максималь күрһәткес – 460 сантиметр, 2021 йылда 637 сантиметр тәшкил иткән.

Әлеге ваҡытта Өфө янында Ағиҙелдең кимәле ни бары 72 сантиметр. Был күренеш апрель аҙағына түгел, ә йәй башына, хатта уның уртаһына хас. Былтыр был ваҡытта Ағиҙелдең кимәле 246 сантиметр булған. Ошоға бәйле, синоптиктар, май айы үтә эҫе һәм ҡоро буласаҡ, тип фаразлай.

«Ҙур биләмәлә — Көньяҡ-Көнбайыш федераль округында, Уралда, Волга буйында, Көнбайыш Себерҙең төньяғында аномаль эҫелек көтөлә», - тип белдергән ТАСС агентлығына Рәсәй Гидрометүҙәге ғилми етәксеһе Роман Вильфанд.

 

Сығанаҡ:Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы

Автор:
Читайте нас