ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Апрель 2023, 16:34

Ҡот осҡос фажиғә...

16 йәшлек егет ярҙан төшөп китеп...

Ҡот осҡос фажиғә...Ҡот осҡос фажиғә...
Ҡот осҡос фажиғә...

Башҡортостанда үҫмер ҡаянан йылғаға ҡолап төшә һәм батып үлә. Бөгөн белорет ҡалаһында ҡала быуаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлгән.

«2007 йылғы үҫмер ҡаянан тайпылып, Ағиҙел йылғаһына ҡолаған. Дуҫтары уны үҙаллы һыуҙан сығарып, беренсе ярҙам күрһәтергә маташҡан», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында.

Урынға килгән ҡотҡарыусылар һәм ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре үҫмерҙе реанимацияларға тырыша, әммә был һөҙөмтә бирмәй.

«Хөрмәтле ата-әсәләр! Май байрамдарында балағыҙҙың нимә менән шөғөлләнеүен күҙәтегеҙ. Уға йылғаның йәки күлдең текә ярында булыу хәүефле икәнен аңлатығыҙ», — тип мөрәжәғәт итте ҡотҡарыусылар.

 

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас