ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Апрель 2023, 14:11

Йәйәүлене абайламаған...

Фураның водителе юлда ултырған егетте тапатҡан

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте Йәйәүлене абайламаған...Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте Йәйәүлене абайламаған...
Йәйәүлене абайламаған...Фото:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте

Полиция хеҙмәткәрҙәре Дүртөйлө районында юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай.

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә иртән М7 «Волга» автомобиль юлының 1243-сө саҡрымында 33 йәшлек ир «Мерседес Бенц» йөк машинаһы менән идара итеп, йәйәүлене тапатҡан. 

Һөҙөмтәлә төрлө йәрәхәттәр алған йәйәүле - 36 йәшлек ир дауаханаға оҙатылған, күпмелер ваҡыттан һуң, аңына килмәйенсә, ул медицина учреждениеһында йән биргән. Һәләк булған ирҙең иҫерек булыуын билдәләү өсөн химик-токсикологик тикшереү үткәрелгән.

Водитель һүҙҙәренсә, йәйәүле төндә юл уртаһында яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтарһыҙ ултырған. Уны һуңғы мәлдә күреп ҡалған һәм туҡтап йәки боролоп өлгөрмәгән. 

Авария факты буйынса тикшереү башланған.

Видео 18+

Видео 18+Видео:Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас