ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Апрель 2023, 16:04

Водитель дауаханала йән биргән...

   

Водитель дауаханала йән биргән...Водитель дауаханала йән биргән...
Водитель дауаханала йән биргән...

Бөгөн Бәләбәй районында  үлемесле авария теркәлгән, тип хәбәр итте Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов.

Юл-транспорт ваҡиғаһы көндөҙ Аксенов-Аксаков-Бәләбәй юлының 16 саҡрымында теркәлгән.

Мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, «Киа Спортейдж» һәм «Опель» машиналары бәрелешкән. Фажиғә һөҙөмтәһендә «Опель»дең 52 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән дауаханала йән биргән. Өс кеше төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.

Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

 

Фото:Владимир Севастьяновтың телеграм-каналы.
 
Водитель дауаханала йән биргән...
Водитель дауаханала йән биргән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас