

Бөгөн көндөҙ Өфөлә Ҡулса урамындағы күп фатирлы йорттоң фатирында шартлау булып, тәҙрәләр ватылған.
Бының тураһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
«Тәфтишсе фатирҙың беренсе ҡатта булыуын асыҡлаған. Фатирҙа тәҙрә быялаһы ватылған, шулай уҡ аш-һыу бүлмәһенең тарттырылған түшәме иреп төшкән. Фажиғәлә зыян күреүселәр юҡ», - тип һөйләнеләр ведомствола.
Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте.