

14 апрелдә төндә Белоретта 45 йәшлек ҡатын эштән Железнодорожный ауылынан өйөнә үҙ автомобилендә ҡайтып барған. Юл ситендә ул ҡулын күтәргән ҡатын-ҡыҙҙы һәм ир-егетте күреп ҡалған. Улар ҡалаға алып барыуҙы һораған, һәм водитель-ханым быға ризалашҡан. Юлдаштар салонда уңайлы урынлашһын өсөн, водитель үҙенең сумкаһын алғы пассажир ултырғысынан артҡыһына күсереп ҡуйған. Ҡатыны алғы, ә ире артҡы ултырғысҡа ултырған. Юлдаштар юл буйына һөйләшмәй килгән һәм уларҙы Ленин урамындағы йорт эргәһенә ултыртыуҙарын ғына һораған.
Автомобиль күрһәтелгән адресҡа килеп еткәс, пассажирҙар машинанан сыҡҡан. Шунда автоледи ултырғыста сумкаһы менән бергә уның эсендәге 39 мең һумдан ашыу аҡса, банк карталары һәм кеҫә телефоны булмағанын күреп ҡалған. Ханым сумканы пассажир алып киткәнен аңлап ҡалған һәм урланғанын кире ҡайтарыуҙы талап итеп, ҡысҡырып уның артынан йүгергән. Ир кеше уға ҡолаҡ һалмаған, тиҙерәк йүгергән.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был ваҡытта яҡын-тирәлә полицейский автопатруль үтеп барған. Патруль-пост хеҙмәтенең мобиль взвод командиры урынбаҫары полиция лейтенанты Айҙар Ғайсин, патруль-пост хеҙмәтенең нарядтар менән идара итеү төркөмө инспекторы полиция лейтенанты Вадим Мулынбаев һәм полиция старшинаһы Венер Сураҡов ҡатындың ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишеткән, юғалып ҡалмаған һәм, хәлде тиҙ баһалап, енәйәтсене ҡыуып еткән һәм тотҡан. Ул ошо ҡалала йәшәгән 28 йәшлек ир булып сыҡҡан. Ул полиция бүлегенә килтерелгән.
Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныған, ләкин ныҡ иҫерек булыуына һылтанып, үҙ ҡылығын аңлата алмаған. Уның һүҙҙәренсә, ул быны ҡатынының сумкаһы тип уйлаған, ләкин ҡасып маташыуының сәбәбен хәтерләмәй.
Ир «талау» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды. Ғәйепләнеүсегә 7 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай. Тикшереү дауам итә.
фото:Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.