

Күрше Баймаҡ районында ҡатмарлы һауа торошоноң арҡаһында ике юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәте буйынса, 14 апрелдә иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә Баймаҡ-Амангилде-Сермән автомобиль юлының 7-се саҡрымында ВАЗ-2106 машинаһы руле артындағы 84 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтҡан һәм юлдың уң яҡ ситенә сығып осҡан, һуңынан автомобиль түңкәрелгән. Авария һөҙөмтәһендә водитель һәм уның 80 йәшлек ҡатыны медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән.
Ярты сәғәттән һуң ошо уҡ юл участкаһында ВАЗ-2106 автомобилен түңкәрелеү осрағы теркәлгән, уның менән 42 йәшлек ир идара иткән. Был юл-транспорт ваҡиғаһында бер кем дә зыян күрмәгән.
Водителдәр әйтеүенсә, аварияға ошо участкала көслө ел сәбәпсе булған.