ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
15 Апрель 2023, 08:37

Иртә менән мәктәптең ҡыйығы "осҡан"

    

Иртә менән мәктәптең ҡыйығы  "осҡан"Иртә менән мәктәптең ҡыйығы  "осҡан"
Иртә менән мәктәптең ҡыйығы "осҡан"

15 апрелдә иртәнсәк Баймаҡ ҡалаһында көслө ел Стахановский урамы, 19 адресы буйынса урынлашҡан лицей-интернаттың ҡыйығын ҡуптарған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, көслө ел арҡаһында спорт залының ҡыйығынан 250 м² майҙанда профнастил ысҡынып төшкән. Бина ҡыйығының дөйөм майҙаны 350 м² тәшкил итә.

«Һәләк булғандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Ерҙә емерелеү осраҡтары теркәлмәгән. Был хәлгә бәйле муниципаль берәмектең эш режимы үҙгәрмәгән. Белем биреү процесына был ваҡиға йоғонто яһамаған. Хәүефле һауа торошо күренештәренең тиҙлеге секундына 25 метрға тиклем етеүе хаҡында иҫкәртеүҙәр алдан ебәрелгән», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.

 

фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Иртә менән мәктәптең ҡыйығы  "осҡан"
Иртә менән мәктәптең ҡыйығы  "осҡан"
Иртә менән мәктәптең ҡыйығы "осҡан"
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас