ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Апрель 2023, 16:50

5-се класс уҡыусыһы үле килеш табылған...

    

5-се класс уҡыусыһы үле килеш табылған...5-се класс уҡыусыһы үле килеш табылған...
5-се класс уҡыусыһы үле килеш табылған...

Башҡортостанда бишенсе класс уҡыусыһы үҙ-үҙенә ҡул һалған. «ГорОбзор.ру» хәбәр итеүенсә, быға класташтарының йәберләүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Благовещен районы хакимиәтендә баланың үлеме тураһында мәғлүмәтте раҫланылар.

Муниципалитет мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусыны бөгөн ерләгәндәр.

«Ғаиләгә тейешле ярҙам күрһәтербеҙ. Барыбыҙ ҙа шок хәлендәбеҙ. Бала инвалид ине», - тип белдерҙеләр район хакимиәтендә.

Был хәл 12 апрелдә булған, тип хәбәр итте «Башинформ»ға үҙ сығанағы.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен тикшерә.

 

Сығанаҡ һәм фото:«Башинформ».

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас