

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе үҙ баҡсаһында граната тапҡан. Был хаҡта Рәсәй гвардияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Ваҡиға урынына килгән белгестәр шикле предметты тикшергән һәм уның Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы ҡул гранатаһы булыуын асыҡлаған һәм уның шартлау ихтималлығын билдәләгән. Ул тораҡ пункттарҙан алыҫта бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп сығарылған һәм юҡ ителгән.
фото:Рәсәй гвардияһының матбуғат хеҙмәте.