

Башҡортостанда 17 мартта хәбәрһеҙ юғалған Сибай ҡалаһынан 21 йәшлек Владислав Пивторанды эҙләйҙәр. «Лиза Алерт Башҡортостан» эҙләү отрядынан хәбәр итеүҙәренсә, юғалған мәлдә егет ҡара төҫтәге футболка, салбар, ботинка һәм һоро капюшонлы ҡара төҫтөге куртка кейгән булған. Егеттең айырым билдәләре - уртаса кәүҙәле, һары сәсле һәм зәңгәр күҙле.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-800-700-54-52 телефоны буйынса ҡотҡарыусылар менән бәйләнешкә сығыуҙарын йәки "112" берҙәм номерына шылтыратыуҙарын һорайҙар.
фото:«Лиза Алерт Башҡортостан» эҙләү отряды