ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Апрель 2023, 18:21

Эх, балаҡай...

Мәктәптә тәнәфес ваҡытында 14 йәшлек уҡыусының үлеүе буйынса яңы мәғлүмәттәр билдәле булды

Эх, балаҡай...Эх, балаҡай...
Эх, балаҡай...

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты Октябрьский ҡалаһындағы фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе. Унда мәктәптә 14 йәшлек малай һәләк булған.

Тәнәфес ваҡытында үҫмерҙең уйын барышында иптәше менән көрәшә башлауы, һуңынан ниндәйҙер мәлдә уның хәле насарайыуы билдәле булды. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар уға ярҙам итергә маташҡан, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Ҡыҙғанысҡа күрә, ваҡиға урынына килгән табиптар бригадаһы уҡыусының үлемен теркәгән.  «Иғтибарһыҙлыҡ» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

«Әлеге ваҡытта ваҡиға урыны тикшерелә, шаһиттарҙан һорау алына, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Тикшереү барышында мәктәп биләмәһендә уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса белем биреү учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре күргән сараларҙың тулылығын тикшереү, яуаплы вазифалы кешеләрҙең һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡи баһа биреү ҡаралған», - тип хәбәр иттеләр төбәк Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Малайҙы өләсәһе тәрбиәләгән, сөнки атаһы вафат булған, ә әсәһен ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр. Оло йәштәге ҡатын ейәне хаҡында хәстәрлек күргән, ғаилә иҫәптә тормаған. Үлемдең аныҡ сәбәптәре суд-медицина экспертизаһы һөҙөмтәләре буйынса билдәле буласаҡ.

 

 

фото:Башҡортостандың Тәфтиш комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас