ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Апрель 2023, 09:49

18 йәшлек водитель дуҫтары менән юлдан төшөп киткән

-

18 йәшлек водитель дуҫтары менән юлдан төшөп киткән18 йәшлек водитель дуҫтары менән юлдан төшөп киткән
18 йәшлек водитель дуҫтары менән юлдан төшөп киткән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфө-Ырымбур шоссеһының 231-се километрында Күмертауҙан 18 йәшлек егет ВАЗ-2115 менән идара итеү һәләтен юғалта һәм юлдан ситкә төшөп түңкәрелә.

Ваҡиғала төрлө йәрәхәттәр алған 14 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Асыҡланыуынса, руль артындағы егеттең водитель таныҡлығы булмаған, ә транспорт сараһы тейешенсә теркәлмәгән.

«Ул машинаны авариянан бер көн алда һатып алған. Авария мәлендә машинала водитель биш дуҫы менән була. Уларҙың береһе лә хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған», — тип хәбәр иткән Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте.

 

Сығанаҡ: Башҡортостан/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас