ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Март 2023, 01:53

Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...

Йыл һайын яҙғы боҙға ышанып, кешеләр батып үлә. Ҡомарлы балыҡсылар, мажара эҙләгән сәйәхәтселәр, яр буйында уйнаған балалар, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, ҡазаға тарыуы ихтимал... 

Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...
Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...

Дүрт көн элек Ҡариҙел районында өс ир Ҡариҙел йылғаһына балыҡ тоторға юлланған һәм йылғаның икенсе яҡ ярына сыҡҡан.

Кисә шул уҡ һуҡмаҡ аша ҡайтырға сыҡҡанда боҙ емерелә башлаған. Балыҡсылар артабан үтә алмаған, ғүмерҙәренә хәүеф янағанын аңлағас, "112" номеры буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары "Пиранья-4" аэрокәмәһендә тиҙ арала ярҙамға йүнәлә. Улар килгән ваҡытта балыҡсылар бәләкәй генә боҙ утрауында булған, ә уның тирәләй һыу булған. Ҡотҡарыусылар аэрокәмәлә зыян күргәндәрҙе тораҡ пунктҡа тиклем эвакуациялаған.

"Бәхеткә күрә, хәҙер уларҙың ғүмере һәм һаулығы хәүеф аҫтында түгел. Ләкин был фажиғә менән тамамланыуы ихтимал ине. Ташҡын осоронда һыу объекттарына яҡын бармаҫҡа кәңәш итәбеҙ. Был ваҡытта боҙҙа балыҡ тотоу үлем менән янай. Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефоны – 112!" – тип иҫкәрттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

 

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...
Өс балыҡсы "тотҡонға" эләккән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас