

Өфөлә кисә 27 мартта көндөҙ Октябрь районының Һупайлы биҫтәһен төҙөкләндереү хеҙмәте биләмәһендә производствола бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. «Башинформ»ға һәләк булған ирҙең туғандары хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул «КамАЗ» тәгәрмәсе шартлағанда йән биргән.
«Шиндарҙы монтажлау эштәре барышында тәгәрмәс шартлаған. Был ойошмала водитель булып эшләгән олатай тәгәрмәс өрҙөрткән. Ул ваҡиға урынында һәләк булған. Был ваҡытта эргәлә бер кем дә булмаған, берәү ҙә уны страховкаламаған, — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе. — Бәлки, хәүефһеҙлек талаптары үтәлмәгәндер, уларҙа кемдеңдер был эштәрҙе башҡарыуы ҡаралмаған, шуға күрә водителдәр шиндарҙы үҙҙәре өрҙөртә, транспортты ремонтлай».
Ваҡиға урынына тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре, полиция саҡыртылған.
«Олатайҙың үлеме тураһында беҙгә бер кем дә хәбәр итмәне. Һәләк булған ирҙең ҡустыһы ашығыс ярҙамда эшләй — уның хеҙмәттәштәре таныш фамилияны күреп, хәбәр итә. Фажиғәнән һуң бер сәғәт үткәс белдек», — тип өҫтәне туғаны.
Мәрхүмдең өс балаһы ҡалған, берәүһе әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнаша. «Башинформ» Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә ошо хәлгә аңлатма һорап мөрәжәғәт иткән.
«Һупайлы биҫтәһен төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль бюджет учреждениеһы биләмәһендә «КамАЗ» тәгәрмәсенең покрышкаһын шартлатыу һөҙөмтәһендә 1963 йылғы ирҙең үлем осрағы буйынса Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығының Октябрь районы буйынса тәфтиш бүлеге тикшереү уҙғара, — тип хәбәр иттеләр ведомствонан. — Ваҡиға урыны ҡаралған, суд-медицина экспертизаһы билдәләнгән, шаһиттарҙан һорау алына, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында тикшереү башланған. Хеҙмәтте һаҡлау талаптарын үтәү өсөн яуаплы кешеләргә хоҡуҡи баһа бирелә».
фото:Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса тәфтиш идаралығы.