

Өфөлә КамАЗ тәгәрмәсе шинаһы шартлау сәбәпле, 60 йәшлек ир һәләк булған. Ваҡиға бөгөн «Сипайлово биҫтәһен төҙөкләндереү буйынса хеҙмәт» биләмәһендә теркәлгән.
"Ағайым был ойошмала водитель булып эшләй ине. Улар үҙҙәре техникаһын ремонтлай, хеҙмәтләндерә. Машинаһының тәгәрмәсенә һауа тултырып торған. Эргәһендә бер кем дә булмаған, ярҙам итмәгәндәр. Урында уҡ һәләк булған", - ти мәрхүмдең туғаны.
Ваҡиға урынына ашығыс ярҙам машинаһы һәм полиция юллана. Тәфтиш комитеты ваҡиғаны тикшерә башлаған.
Билдәле булыуынса, мәрхүмдең өс балаһы ҡалған, уларҙың береһе СВО-ла ҡатнаша.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар.