

Башҡортостандың ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов 24 мартта Ауырғазы районында Өфө - Ырымбур юлының 91-се саҡрымында ВАЗ-2112 һәм «КамАЗ» ҡатнашлығындағы үлемесле юл фажиғәһе тураһында тулыраҡ һөйләне.
Юл-транспорт ваҡиғаһында еңел машинаның 29 йәшлек пассажиры һәләк булған, 27 йәшлек водитель һәм тағы бер кеше дауаханаға оҙатылған.
Севастьянов үҙенең телеграм-каналында яҙыуынса, «ВАЗ» менән идара иткән 27 йәшлек ир руль артында йоҡлап киткән. Бынан тыш, машинала бер кемдә хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгән.
Ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә.