

Башҡортостандың Мәсетле районы хакимиәтендә кесаҙна, 23 мартта, һыуға батҡан өс йәшлек (2019 йылғы) ҡыҙ менән ғәҙәттән тыш хәлгә аңлатма бирҙеләр.
Бирелгән мәғлүмәт буйынса, ҡыҙыҡай күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән.
Урындағы властар әйтеүенсә, был ирегән ҡар һыулы йырын булған. «Мәсетле районының Аҙанғол ауылында фажиғәле осраҡ теркәлгән: ирегән ҡар һыуҙары тулған йырында өс йәшлек ҡыҙ батып үлгән», - тип хәбәр итә хакимиәттең матбуғат хеҙмәте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡиға урынына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының Дыуан район-ара тәфтиш бүлеге тәфтишселәре юлланған. Фажиғә сәбәптәре, шулай уҡ уға булышлыҡ иткән сәбәптәр һәм шарттар асыҡлана. Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 йәшлек сабый өлкән балалар менән йөрөгән, ата-әсәһе өйҙә булған, әсәһе декрет ялында. Быйыл октябрҙә ҡыҙыҡайға 4 йәш тулыр ине.
«Башинформ»ға ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала өлкәндәрһеҙ йорт янында урамда йөрөгән.«Бер мәл уның уйынсығы тәрән күләүеккә төшөп китә. Сабый уны сығарырға була, тик йығыла һәм сыға алмай һәләк була», - тип һөйләгән мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
«Хөрмәтле өлкәндәр, балаларҙы ҡарауһыҙ һәм яңғыҙ ҡалдырмағыҙ! - тип мөрәжәғәт итте урындағы властар. - Һыу бик хәүефле. Улар менән, һыу эргәһендәге шаяртыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтерә ала, тип һөйләшегеҙ. Бала мотлаҡ янғын һәм ҡотҡарыу хеҙмәттәренең телефон номерҙарын белергә тейеш - 101 һәм 112».
фото:Мәсетле районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.