

Мәсетле районының Аҙанғол ауылында 23 мартта 3 йәшлек ҡыҙ күләүектә батып үлгән. «Башинформ»ға ашығыс хеҙмәттәрҙәге сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала өлкәндәрһеҙ йорт янында урамда йөрөгән.
«Бер мәл уның уйынсығы тәрән күләүеккә ҡолап төшкән. Бала уны сығарырға маташҡанда үлемесле бәхетһеҙ осраҡ булған», - тип һөйләгән мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 3 йәшлек сабый өлкәнерәк балалар менән урамда йөрөгән, ата-әсәһе өйҙә булған, әсәһе декрет ялында. Быйыл сентябрҙә ҡыҙыҡайға 4 йәш тулыр ине.
«Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана. Әлеге осраҡ буйынса уҙғарылған тәфтиш алды тикшереүе барышы һәм һөҙөмтәләре күҙәтеү ведомствоһы контролендә», - тип өҫтәнеләр прокуратурала.