

Бөгөн төндә Белорет районының Тирлән ҡасабаһында үлемесле авария булған. Бер төркөм үҫмер тейәлгән ВАЗ-2110 машинаһы УАЗ автомобиленә барып бәрелгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, руль артында ултырған 17 йәшлек үҫмер фажиғә урынында һәләк булған. Биш бала төрлө тән йәрәхәттәре алған. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙың икәүһе 2008 йылғы, өсәүһе 2007 йылғы. Уларҙың барыһы ла Белорет үҙәк районы дауаханаһына тикшереүгә ебәрелгән.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы ла тикшереүҙе башлаған.
Сығанаҡ: Башҡортостаным/яңылыҡтар