

Төбәк дәүләт автоинспекцияһының мәғлүмәт хеҙмәтенән “Башинформ”ға хәбәр итеүҙәренсә, 19 мартта Өфө-Ырымбур юлының 213 километрында, Мәләүез районында фажиғә теркәлгән.
Күмертауҙан 62 йәшлек водитель Ырымбур өлкәһенән 34 йәшлек иргә бәрелә. Артабан йәш кеше тағы ла 4 машинаның тәгәрмәстәре аҫтында ҡала. Һөҙөмтәлә, ҡаза күреүсе алған йәрәхәттәрҙән урында уҡ йән бирә. Әле тикшереү эштәре алып барыла.
Источник: bashinform.ru (Дарья Субботина)
Фото: ГИБДД по РБ