

10 мартта кискеһен Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре, ирекле янғын һүндереү командаһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр шунда уҡ урынға юллана. Улар килеп еткәс, бер ҡатлы ағас мәсет эсендә ут сығыуы асыҡланған. Янғын һүндереүселәр тарафынан 80 квадрат метр майҙанда янғындың таралыуҙан туҡтатылған, ут һүндерелгән.
«Зыян күреүселәр юҡ. Янғын сәбәбе асыҡлана, урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе эшләй», - тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.