

Баймаҡ районының Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре бәлиғ булмаған үҫмер ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы шарттарын тикшерә. Бының тураһында Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Кисә төндә Бикеш-Ниғәмәт юлының 9-сы саҡрымында 17 йәшлек егет ВАЗ-2110 менән идара итеп, юл ситенә сығып осҡан һәм түңкәрелгән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажирҙар - дүрт ҡыҙ һәм егет төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Водитель үҙе зыян күрмәгән.
Билдәләп үтергә кәрәк, йәш кешенең водитель таныҡлығы булмаған, өҫтәүенә ул эскән килеш транспорт менән идара иткән. Билдәле булыуынса, бәлиғ булмаған егет быға тиклем водитель таныҡлығы булмаған автомобиль менән идара иткән өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Әле административ тикшереү эше ҡуҙғатылған. Бер нисә экспертиза үткәреү билдәләнгән.
фото:ЮХХДИ