

«Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерында янғын сығыуы тураһында хәбәр килде. Бының тураһында Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов үҙ сәфихәһендә ошолай яҙҙы:
«Хөрмәтле хәйбуллалар! Районда ҡот осҡос янғын сыҡты. Бөгөн төндә «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерының йоҡо корпустары тулыһынса янып бөттө. Янғын сәбәбе асыҡлана. Янғын - ул һәр ваҡыт бәлә. Янғын бер кемде лә һәм бер нәмәне лә аямай. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.»