ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Март 2023, 04:31

Иғтибар, Хәйбуллала бөгөнгө көндә ҡайһы бер ауылдарға юл юҡ!

Был турала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итә

Иғтибар, Хәйбуллала  бөгөнгө көндә ҡайһы бер ауылдарға юл юҡ!Иғтибар, Хәйбуллала  бөгөнгө көндә ҡайһы бер ауылдарға юл юҡ!
Иғтибар, Хәйбуллала бөгөнгө көндә ҡайһы бер ауылдарға юл юҡ!

Рөстәм Динислам улы “Бәйләнештә” төркөмөндәге шәхси сәхифәһендә былай тип яҙа:

Хөрмәтле хәйбуллалар!Күреүебеҙсә,  ҡыш китергә уйламай, аҙна дауамында район территорияһында ҡар яуа, көслө ел.  Һәр иртә  10-20-ләп ауылдарға юл ябыла.

Бөгөнгө көнгә ҡарата 20 тораҡ пунктҡа юл юҡ. Ҡар таҙартыу техникалары көн һайын эшләй,  тау предприятиелары һәм фермерҙарҙың махсус техникалары ла йәлеп ителә.

Бында  көслө елдең асыҡ ялан юлдарына  ҡарҙы өрөп тултырыуы ла хәлде ҡатмарлаштыра.

Һауа  торошо үҙгәреп тороуға бәйле, юлға сыҡмай         тороуығыҙ яҡшы.  Хәүефле хәл кеилеп тыуғанда һәм  автомобиль юлдарын таҙартыу кәрәклеге тураһындағы мәғлүмәт буйынса 112 телефон һаны буйынса шылтыратығыҙ.

Рустам Шарипов

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас