

9 мартта иртән Иглин районында, Өфө - Иглин - Ҡыҙылъяр автомобиль юлының 10-сы саҡрымында Daewoo Nexia ҡаршыға килгән Neoplan автобусы менән бәрелешкән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ хәбәр итеүенсә, салонда 49 пассажир, шул иҫәптән 46 бала булған.
Балалар Өфөнән «Павловка паркы»на экскурсияға китеп барған. Daewoo водителе ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған. Автобустағы пассажирҙар имен-һау.
Уҡыусылар һәм уларҙы оҙаып барыусылар икенсе автобусҡа ултырып, юлдарын дауам иткән. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана.
Автор:Дарья Субботина.
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ.