ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
9 Март 2023, 16:14

Һауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт кире ҡағылды

9 мартта Башҡортостан халҡын йәнә радио һәм телевидение аша һауа тревогаһы тураһында ялған хәбәр менән ҡурҡытырға маташҡандар...

Һауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт кире ҡағылдыҺауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт кире ҡағылды
Һауа тревогаһы тураһында ялған мәғлүмәт кире ҡағылды

9 мартта Башҡортостан халҡын йәнә радио һәм телевидение аша һауа тревогаһы тураһында ялған хәбәр менән ҡурҡытырға маташҡандар. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә был хәлгә аңлатма бирҙеләр.

«Башҡортостан биләмәһендә радиостанциялар һәм телеканалдар серверҙарына һөжүм итеүгә бәйле һауа хәүефе иғлан ителеүе хаҡында мәғлүмәт яңғыраны. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, был мәғлүмәт ялған, дөрөҫлөккә тап килмәй», — тип белдерҙеләр ведомствола. 

Фото:Ксения Калинина

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас