

6 марттан Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында йәшәүсе Илдар Ғәләүетдиновты эҙләү эштәре бара, тип хәбәр итте «Лиза Алерт». 47 йәшлек ирҙең хәтерен юғалтыуы мөмкин.
Юғалған ваҡытҡа ул һоро толстовка, ҡара салбар һәм калуш кейгән булған. Ирҙең махсус билдәләре араһында - буйы 170-175 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле һәм ҡуңыр күҙле.
Уның ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең барыһын да 8-800-700-54-52 телефоны буйынса йәки берҙәм 112 номерына шылтыратыуҙарын һорайҙар.