ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Март 2023, 11:19

Байыҡтырыу фабрикаһында эшсе зыян күргән

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә 23 йәшлек машинист ауыр йәрәхәтләнгән

Байыҡтырыу фабрикаһында эшсе зыян күргәнБайыҡтырыу фабрикаһында эшсе зыян күргән
Байыҡтырыу фабрикаһында эшсе зыян күргән

“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең байыҡтырыу фабрикаһында 23 йәшлек машинистың ҡулы конвейерға ҡыҫылып, ауыр йәрәхәт алған.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бәхетһеҙ осраҡ буйынса тикшереү башлаған.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 23 февралдә  байыҡтырыу фабрикаһының онтау-сорттарға айырыу комплексы участкаһында конвейерҙы таҙартҡанда машинистың уң ҡулы таҫма һәм барабан араһына ҡыҫыла. Һөҙөмтәлә, таусы йәрәхәтләнгән. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Фото:Ксения Калинина

https://www.bashinform.ru/

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас