ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Март 2023, 09:28

Башҡортостанда 2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән

/

Башҡортостанда 2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкәнБашҡортостанда 2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән
Башҡортостанда 2 йәшлек бала ҡайнар һыуға бешкән
 

2 март кисендә Туймазы районында сабый менән бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Әсәнең һүҙҙәренсә, 2 йәшлек малай сынаяҡтағы ҡайнар сәйҙе үҙенең өҫтөнә түккән.

Баланың тәне бешкән. Уны ашығыс рәүештә урындағы дауахананың реанимация бүлегенә килтергәндәр. Медиктар II дәрәжәләге термик бешеү тигән диагноз ҡуйған.

«Башинформ» сабыйҙың хәлен һорашып, Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте.

«Пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта. Баланы Өфөгә, тән бешеү үҙәгенә оҙатҡандар»,  — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Фото:Ксения Калинина.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-03-03/bash-ortostanda-2-y-shlek-bala-aynar-yu-a-beshk-n-3164395

 

Автор:
Читайте нас