ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Марта 2023, 11:47

Бала ҡайнар һыуға бешкән

Медиктар II дәрәжәләге термик бешеү тигән диагноз ҡуйған.

Бала ҡайнар һыуға бешкәнБала ҡайнар һыуға бешкән
Бала ҡайнар һыуға бешкән

Башҡортостанда бала ҡайнар һыуға бешкән

Бәхетһеҙ осраҡ 2 март кисендә Туймазы районында теркәлгән. Әсәнең һүҙҙәренсә, 2 йәшлек малай сынаяҡтағы ҡайнар сәйҙе үҙенең өҫтөнә түккән.

Баланың тәне бешкән. Уны ашығыс рәүештә урындағы дауахананың реанимация бүлегенә килтергәндәр. Медиктар II дәрәжәләге термик бешеү тигән диагноз ҡуйған.

Пациенттың хәле уртаса ауырлыҡта. Баланы Өфөгә, тән бешеү үҙәгенә оҙатҡандар.

Тиҙерәк һауыҡ, бәләкәс! 🙏

Фото:Ксения Калинина

Башҡортостаным | яңылыҡтар

 

Автор:
Читайте нас