ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
1 Март 2023, 10:52

Башҡортостанда табиптар йәш ярымлыҡ баланың эсенән бер һумлыҡ аҡса сығарған

-

Башҡортостанда табиптар йәш ярымлыҡ баланың эсенән бер һумлыҡ аҡса сығарғанБашҡортостанда табиптар йәш ярымлыҡ баланың эсенән бер һумлыҡ аҡса сығарған
Башҡортостанда табиптар йәш ярымлыҡ баланың эсенән бер һумлыҡ аҡса сығарған

Республика балалар клиник дауаханаһы табиптары йәш ярымлыҡ сабыйҙан сит әйбер — бер һумды алып сығарған.

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы табиптары узи тикшереүе мәлендә тәңкә рәүешендәге «табылдыҡ» тапҡан. Сабыйҙың ата-әсәһе сит әйберҙе йотҡанын белмәгән дә.

Сабыйҙы ашығыс рәүештә Республика балалар клиник дауаханаһына ебәрәләр, унда эндоскопик ысул менән тәңкәне сығарып алалар. Хәҙер бала үҙен яҡшы тоя, һаулығына бер ниндәй ҙә хәүеф янамай.

Мәсәғүт үҙәк дауаханаһы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан өс бала сит әйбер йотҡан. Бөтә осраҡтар ҙа һәйбәт тамамлана.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас